МАН Хабибуллина Р шк № 15


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ СОВЕТ РАЙОНЫНЫҢ
15-СЕ МӘКТӘБЕ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
БАШҠОРТ МИФОЛОГИК ЭПОСТАРЫНДА
ВАҠЫТ ТӨШӨНСӘҺЕ
(БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЭПОСТАРЫ «УРАЛ БАТЫР» ҺӘМ«АҠБУҘАТ»)
НОМИНАЦИЯ: «ЛИНГВИСТИКА»
(БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ)
ЭШТЕ БАШҠАРЫУСЫ:
ХӘБИБУЛЛИНА РЕГИНА
15-СЕ УРТА МӘКТӘБЕНЕҢ
6 «А» СИНЫФЫ УҠЫУСЫҺЫ
ҒИЛМИ ЕТӘКСЕҺЕ: Ф.С. БИЛАЛОВА
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ
УҠЫТЫУСЫҺЫ
ӨФӨ – 2011
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
ИНЕШ…………………………………………………………………………...3
I БҮЛЕК “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ……………………………………….....5
II БҮЛЕК “АҠБУҘАТ” ЭПОСЫ……………………………………………12
ЙОМҒАҠЛАУ………………………………………………………………...14
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ………………………………………………….15
ИНЕШ
Быуаттар дауамында һәм тарих боролмаларында, башҡорт халҡы үҙенең рухи ҡомартҡыларын һаҡлап ҡала алған. Халыҡ ижады үҙенең тәбиғәте менән художестволы ижадтың, сәнғәттең, фәндең төрлө төрҙәрен үҙендә туплаған ҡатмарлы ижад. Унда халыҡтың тарихы ла, теле лә, әҙәбиәте лә, йыр-моңо ла, им-том саралары ла, йолаһы ла, һынлы сәнғәте лә, педагогик ҡараштары ла, этнографияһы ла тупланған. Бына шуға күрә лә борон аҡһаҡалдар һүҙен тыңлау, сәсәндәр телен өйрәнеү, йолалар үҙләштереү яҙылмаған ҡанундар кимәлендә булған.
Башҡорт халыҡ ижады төрлө жанрҙа ижад ителгән әҫәрҙәргә бик бай. Был жанрҙарҙың шаҡтай ҙур урындарының береһен эпос жанры алып тора.
Эпос – (грексә - хикәйә) – халыҡтың этник һәм гражданлыҡ тарихы хаҡында хикәйәләүсе эпик һәм лиро-эпик характерҙағы әҫәр. Эпос – халыҡ-ара термин. Эпос төшөнсәһе рустарҙа былина, украиндарҙа дума, карелдарҙа, финдәрҙә руна, күп кенә төрки халыҡтарҙа дастан исеме менән йөрөтөлә. Башҡорттарҙа иһә эпостың милли атамаһы булараҡ ҡобайыр, иртәк, хикәйә һәм ҡисса терминдары ҡулланылып килгән. Быуаттар төпкөлөндә мифологик ҡараштар нигеҙендә тыуған монументаль “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпик ҡомартҡылары башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының ышаныуҙарын, донъя яралыу, тереклек һәм үлем, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ хаҡындағы ҡараштарын, уй-тойғоларын поэтик сағылдырыуҙары менән ҡиммәтле.
Әйтелгәндәрҙән сығып, беҙ тикшеренеү эшенең темаһын “Башҡорт мифологик эпостарында ваҡыт төшөнсәһе” тип алдыҡ.
Теманың актуаллеге. Халыҡ ижады борон - борондан халыҡтың рухи донъяһында мөһим урынды биләп торған һәм быуындан - быуынға, телдән - телгә изге аманат итеп тапшырыла килгән. Уның аша халыҡ үҙенең тарихы менән танышҡан, ата - бабаларҙан тапшырыла килгән тормош тәжрибәһен һәм әхлаҡ нормаларын үҙләштергән, эстетик зауығын үҫтергән. Бөгөнгө көндә эпостар тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы менән актуаль.Йыл һайын «Урал батыр » эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үткәрелеп килә,шулай уҡ театрҙарҙа сәхнәләштерәләр, йәғни ҡиммәтле эпосыбыҙҙы һаҡлау һәм киләсәк йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән бик күп саралар үткәрелеп торола . Эпостарҙы хәрәкәт иткән ваҡыт күҙлегенән тикшереү шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә.
Теманың маҡсаты һәм бурыстары. Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып, эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙе, фольклористика яңы ҡаҙаныштары күҙлегенән ҡарауҙы маҡсат итеп алдыҡ һәм тикшеренеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
- башҡорт эпостары, уларҙың версия үҙенсәлектәре менән танышыу;
- эпостарҙың ваҡыт төшөнсәләре сағылышын асыҡлау;
- ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеү, һүҙлектәрҙе ҡарап сығыу;
- өҫтәлмә материалдар туплау, йыйылған материалдарҙы төрлө яҡтан тикшереү, уҡыусыларҙа халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Теманың өйрәнелеү кимәле. Теманың өйрәнелеү кимәлен тикшергәндә, киң өйрәнелгән темаларҙың береһе тип һанайбыҙ. XX быуат башында башҡорт эпосы әҫәрҙәрен яҙып алыуҙа Мөхәммәтша сәсән Буранғоловтың хеҙмәте бик ҙур. Ул 1910 йылда Ырымбур губернаһы Этҡол волосы Иҙрис ауылының мәшһүр ҡурайсыһы, бөрйән ырыуы башҡорто Ғәбит Арғынбаев сәсәндән һәм шул уҡ волостың Бәләкәй Этҡол ауылы ҡурайсыһы Хәмит Әлмөхәмәтов сәсәндән “Урал батыр” ҡобайырын яҙып ала. 1917 йылда ул хәҙерге Күмертау районы Бабалар ауылы сәсәне Ғәтиәтулла Бикҡужиндан «Аҡбуҙат» эпосын яҙып алған Бигерәк тә киң өйрәнгән ғалимдар улар: Мөхтәр Сәғитов, Розалия Солтангәрәева, Ғайса Хөсәйенов, Салауат Ғәлләмов, Салауат Галин, Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхәммәтша Буранғоловтар ифрат ҙур өлөш индергән. 70-се йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡорт дәүләт университеты фольклорсылары ҡатнашлығында “Башҡорт халыҡ ижадының” күп томлыҡ ғилми баҫмаһын әҙерләне һәм нәшер итте. Бөгөнгө көндә халыҡ ижадының 36 томлығы әҙерләнә.
Тикшеренеү материалы. Башҡорт халыҡ мифологик эпостары «Урал батыр» һәм«Аҡбуҙат» тикшеренеүҙең төп материалы булып торҙо.
Тикшереүҙең теоретик һәм методологик нигеҙҙәре.
Күтәрелгән проблеманы хәл итеүҙә ғалимдарыбыҙ , Мөхтәр Сәғитов, Розалия Солтангәрәева, Ғайса Хөсәйенов, Салауат Ғәлләмов, Салауат Галин, Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхәммәтша Буранғолов хеҙмәттәре ҡулланылды, һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан тиҫтәләгән монографиялар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары, төрлө фәнни-ғәмәли конференция материалдары ярҙам итте.
Тикшеренеү эшенең структураһы. Тикшеренеү эше 2 бүлектән тора. Беренсе бүлектә “Урал батыр” эпосында, икенсе бүлектә “Аҡбуҙат” эпосында ваҡыт төшөнсәһе ҡаралды.
I БҮЛЕК “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ
Йәшәйештең мөһим категориялары булған ваҡыт һәм киңлек төшөнсәләре лә әҫәрҙә поэтик ҡанундарға ярашлы художестволы сағылыш тапҡан. Мифологик нигеҙле героик эпос булараҡ, «Урал батыр» ҙа билдәле, иң әүәл мифологик ваҡыт һәм киңлек төшөнсәләре менән эш итә. Сикләнмәгән мифологик ваҡыт (тормош яралған замандан алып) һыҙаттары менән бер рәттән билдәле миҙгелдәр ҙә, ваҡыт аралары ла сағылыш таба: мең йыл, йыл, ай, көн, төн, йәйге эҫе, ырашҡыла һ. б.
Ваҡыт төшөнсәһе башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыларында, һүҙ сәнғәтендә бик үҙенсәлекле рәүештә сағылыш таба. Эпостағы ваҡыт төшөнсәһенә ҡағылышлы мәсьәләне ҡарап үтәйек.
Ваҡыт – ул быуат, йыл, сәғәт, минут һәм башҡалар менән иҫәпләнгән дауамлы арауыҡ һәм уларҙың бер – бер артлы алмашыныуы. Ваҡыт – ул нимәлер булып үткән ҡыҫҡа бер мәл. Поезд китеүе, самолет осоуы, эш ваҡытының йәки дәрестең башланыуы –барыһы ла билдәләнгән ваҡыт эсендә башҡарыла.
Был эпик әҫәрҙә кешелектең бик боронғо дәүере өсөн характерлы тормош уклады сағылыуын айырым-асыҡ әйтергә кәрәк. Кешеләр айырым төркөм, ырыуҙар булып, ҡырағай йәнлектәргә һунар итеп көн күрәләр:
Һунарҙа ат менмәгән,
Ҡулға һаҙаҡ тотмаған;
Менәренә – арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Эте тотҡан йәнлекте,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Был заманда әле йәнлек итен сей көйө ашау ҙа бар:
Донъя-маҙар йыймаған,
Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,
Ҡаҙан аҫып, ут яғып,
Улар донъя көтмәгән.
Шулай уҡ кешеләрҙең әле йорт хайуандарын белмәгәнлектәре күренә. Эпос күп йәһәттән боронғо дәүерҙә ук формалашҡан һәм, бик оҙайлы осорҙар кисереп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Шул сәбәпле унда төрлө осорҙар эҙе һаҡлана. Мәҫәлән, әҫәрҙә ҡырағайлыҡ дәүеренә характерлы һыҙаттар ҙа, унан күп һуңғы община-ырыу ҡоролошоноң емерелеү дәүеренә хас күренештәр ҙә, аҙаҡ килеп ҡол биләүселек ҡоролошона хас деталдәр ҙә урын алған. Мәҫәлән, Урал йәншишмәне эҙләп юлға сыҡҡанда, Ҡатил батшаның иленә барып сыға. Унда ул халыҡтың хәл-әхеүәлен һораша, араларынан бер ҡарт алғараҡ сығып былай ти:
...Беҙҙең илдә батша бар,
Аҡһаҡалдан түрә бар;
Мына бы халыҡ эсендә
Төрлө ырыуҙан кеше бар.
Һәр йыл батша тыуған көн
Ата-әсәһе хаҡы өсөн,
Батша тыуғас, һыу алып,
Йыуған ҡойоһо өсөн
Һәр ырыуҙан йыл һайын
Ҡорбан бирер йола бар.
Батшаның тыу биҙәге –
Ҡара ҡоҙғон ҡошо бар,
Шул ҡоштарҙы йыл һайын
Һыйлай торған көнө бар.
Өҙөктә батшаның тыуған көнөндә ата-әсәһе, туғандары өсөн һәр ырыуҙан йыл һайын ҡорбан салдырып тороуы, ҡоҙғондарҙы һыйлауы һүрәтләнә. Йәғни ҡорбан салдырыу электән килгән йола.
Ана, егет, күрәмһең,
Ул ҡоштарҙы беләмһең,
Килеп тауға ҡунғандар,
Ем булырын белгәндәр.
Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң,
Ҡыҙҙар анда үлгән һуң,
Барын алып ҡойонан
Ҡоҙғондарға ташлайҙар,
Алар шунда ашайҙар.
Ҡатил батша ҡыҙҙарын да йәлләмәгән, хатта ҡойоға һалдыртып, үлтертеп ҡоҙғондарға ташлатып торған. Бына ниндай ҡанһыҙлыҡ булған ул замандарҙа.
Мынау бәйле егеттәр
Һәр ырыуҙан килгәндәр, -
Батша ҡыҙы йыл һайын
Тәүҙә һайлай берәүһен;
Анан ҡала батша үҙе
Ҡолдар һайлай һарайға;
Анан тороп ҡалғаны –
Тәңре өсөн ҡорбанға.
«Урал батыр» ҡобайырында кешеләр ерҙә, һирәкләп йыһанда йәшәйҙәр. Әҫәр дүрт яғын диңгеҙ уратып алған, әҙәм аяғы баҫмаған ҡара урманлы бер ерҙе һүрәтләүҙән башлана:
Борон-борон борондан,
Кеше-маҙар булмаған,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғынан диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Ҡобайырҙың был өлөшөндә, А. С. Мирбадалеваның хаҡлы раҫлауынса, «ер йөҙөндәге туфан, туфандан һуң ерҙә тереклек — йәшәүҙең башланыуы, кешелекте башлап ебәргән тәүге ҡатын һәм ир хаҡындағы легендаларҙың сатҡыһын күрергә мөмкин». Бында ҡобайырҙың төп геройҙарының исемдәренә үк ҙур хикмәт һәм мәғәнә һалынған. Әҫәрҙә ер йөҙөндәге тәүге кешеләр, хатта ярым аллалар рәүешендә һүрәтләнгән Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, ысынлап та, кешелекте башлап ебәреүселәр, уға йән, йәшәү биреүселәр сифатында күҙ алдына баҫа. Боронғо легендалар буйынса, Әҙәм менән Һауа – кешелекте башлап ебәреүселәр булһа, мифология ерлегендә тыуған “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе менән Йәнбикә башҡорт ырыуҙарын башлап ебәреүселәр ролендә сығыш яһайҙар. Улар «ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмәгән» кешеләр. Улай ғына ла түгел:
Ҡайҙа барһа, уларға
Шул урында юл асыҡ.
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалыуын Үҙҙәре лә онотҡан, ти.
Ҡобайырҙың тәүге өлөшөндә Йәнбирҙе менән Йәнбикә һәм уларҙың улдары Урал менән Шүлгән генә һүрәтләнә. Улар асылда был төбәктә кешелек ырыуын башлап ебәреүселәр сифатында сығыш яһай. Йәнбирҙе балаларына бына нимә ти:
Мында кеше булмаған,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Шуңа үлем бы ерҙе
Килеп эҙләп тапмаған.
Беҙ килгәндә, мында әле
Йәнлектәр ҙә аҙ ине,
Ере лә йүнле кипмәгән,
Уаҡ-уаҡ күллек, һаҙ ине.
Һуңғараҡ ер йөҙөндә уларҙан башҡа ла кешеләр һәм уларҙың дошмандары булған һәр төрлө ғифриттәр йәшәгәнлеге асыҡлана. Шуға күрә лә «Урал батыр»ҙы кешелек тарихының тәүге осоро, тәүге кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе, уларҙың күбәйә, ишәйә барыуы, ҡыҫҡаһы, кешелек йәмғиәтенең беренсе аҙымдары хаҡындағы әҫәр булараҡ баһаларға мөмкин. Ысынлап та, «Урал батыр» ҡобайыры тәүтормош кешеләренең тормош-көнкүреше хаҡында байтаҡ материал бирә. Уларҙың төп кәсебе булып, мәҫәлән, аусылыҡ һүрәтләнә, төп аҙыҡтары — емеш-еләк, тамыр-томор; кешеләр һыуһынға йәнлек ҡаны эсәләр. Йәнбикә менән Йәнбирҙе «һунарҙа ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған» кешеләр, шуға ла уларҙың төп ҡоралы ла таяҡ менән суҡмар; Йәнбирҙе менән Йәнбикә әле уттың да нимә икәнен белмәй. «Ҡаҙан аҫып, ут яғып, улар донъя көтмәгән», ти ҡобайыр. Тап бына ошондай билдәләр менән кешелек йәмғиәтенең үҫешендә ҡырағайлыҡтың түбәнге баҫҡыс осоро билдәләнгән].
Ҡобайырҙа ҡоштар батшаһы Самрау ҙа үҙ илендә тәүге кеше һәм кешелек ырыуын башлап ебәреүсе булараҡ һүрәтләнә. Ерҙә һис кемде тапмағас, ти ҡобайыр, ул күккә осоп йәр эҙләгән һәм «Айҙы, Ҡояшты күҙләп йәр һайлаған». Уларҙың тәүгеһенән Самрауҙың Айһылыу, икенсеһенән Һомай исемле ҡыҙҙары тыуған.
«Урал батыр» ҡобайырында йәмғиәт үҫеше тарихында әле кешеләр үҙҙәрен тәбиғәт донъяһынан айырып ҡарамаған дәүер сатҡыларын күрергә мөмкин, һәр хәлдә ҡобайырҙа кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә (әлегә йорт хайуандары юҡ) бер үк донъя, бер үк мәшәҡәттәр менән йәшәй. Урал батыр, мәҫәлән, Аҡбуҙатты үҙ ҡулына эйәләткәнсе үҙенең тоғро юлдашы булған юлбарыҫҡа атланып йөрөй. Ошо уҡ сифатта болан күренеп ҡала. Шуныһы характерлы: был осраҡта арыҫлан да, болан да ҡулға эйәләштерелгән хайуан итеп һүрәтләнмәй: бының менән эпос ғөмүмән тәбиғәттә йәнле донъяның бүленмәгәнлеген, берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуға күрә лә ҡобайырҙа йәнлектәр һәм ҡоштар кешеләрҙең беренсе ярҙамсылары булып сығыш яһай. Шоңҡар менән арыҫлан, мәҫәлән, Йәнбирҙе менән Йәнбикәгә һунар ваҡытында ярҙам итәләр, ә суртан хатта уларға балыҡ тотоп бирә. Ауыр мәлдәрҙә Урал батыр үҙе лә йәнлек-януарҙарға ярҙам һорап өндәшә.
Академик Ғ. Б. Хөсәйенов билдәләүенсә, эпостағы ваҡыт төшөнсәһе үҙе мифологик ваҡыт. Уны архаик заман кешеһе аңы ғына абсолют киңлегендә һүрәтләй ала. Ваҡыт символы – үҙе дәүер һыны. Мифик әҫәрҙәрҙәге ваҡыт хәҙерге ваҡыт төшөнсәһе һәм үлсәме менән тиңлеге һәм мөнәсәбәте булмаған мифологик ваҡыт үтә шартлы атама. Ул үҙ эсенә меңәр, миллионышар йылдарҙы төҫмөрләтер осһоҙ-ҡырыйһыҙ дәүерҙәр ағышын иңләр. Уның ер йөҙө, кешеләр барлыҡҡа килгәнгә тиклемге һанһыҙ эпохаһын һәм тәү кешеләр барлыҡҡа килгәндән һуңғы эпохаларын ғына айырырға мөмкин. Икенсе этап мифологик ваҡыт та хәҙергесә ваҡыт һуҙымы, йылдар ағышы менән иҫәпләмәйенсә йола, йәшәү рәүеше, тәжрибәләр нигеҙендә тыуған дөйөм төшөнсә. Ул башлыса миҙгелдәр алмашыныуын, самалап төрлө ыҙан-йолалар башҡарылышын, ниндәйҙер онотолмаҫ оло ваҡиғаларҙы, катастрофаларҙы хәтерләтер мәғәнәгә эйә. Ошо ерлектә уның оҙайлы моделдәре, өлгөләре тыуа башлаған: ер-һыу барлыҡҡа килгән дәүер, кеше донъяға килгән дәүер, төрлө кейекте мал итеп эйәләштергән замандар һ.б.
Хисапһыҙ һәм исемһеҙ-ниһеҙ көн-төн, миҙгелдәр алмашыныуы мифологик ваҡыттың вағыраҡ киҫәктәргә, исемдәргә бүлгеләнә башлаған һуңғыраҡ дәүерҙәре. Әҫәрҙә Урал менән Шүлгәндең Ҡатил батшаны ҡыйратыр өсөн көн, аҙна, ай, йыл һанап, күл, йылға аша һыу кисеп, күп урмандар, тау ашып, һаман алға киткәндәре һүрәтләнә. Ваҡыт күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә:
…Былар юлға сыҡҡандар,
Тауҙар ашып киткәндәр,-
Күҙ асып, күҙ йомғансы
Былар ҡайтып еткәндәр.
Мәҫәлән, эпоста Шүлгәндең ташты алып ташлай алмай тороуы нисегерәк тасуирлана:
Ай айҡашҡан ти, Шүлгән,
Йыл айҡашҡан, ти, Шүлгән –
Таш һис ҡуҙғалышмаған,
Шүлгән сәсәп алйаған…
Мифологик ваҡыттың нисек сағылышын һәм үҙгәрә барышын «Урал батыр»ҙа ла күҙәтергә мөмкин. Унда ер йөҙө тоташ һыу менән ҡапланған, яңы тауҙар барлыҡҡа килгән, туфандар ҡалҡҡан, йән эйәһеҙ дәүерҙәрен тоҫмаллап була.
«Ерҙә һис кем тыумаҫтан,
берәү аяҡ баҫмаҫтан,
ҡуш булырға йәр эҙләп,
ерҙә һис кем тапмағас,
бүтән йәндән һайларға
берәүһен тиң күрмәгәс,
күктә осоп йәр эҙләп,
Айҙы, Ҡояшты күҙләп,
үҙенә йәр һайлаған»
мифик Самрау ҡош та бик күпте аныҡ аңлата. Ҡобайырҙың «Борон-борон борондан, кеше-маҙар булмаған» тип башланышы уҡ кешеләр йәшәгәнсе борон-борон дәүерҙәр булыуын, Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең тәү кешеләрҙән икәнлеген иҫкәртеп торғандай. «Улар донъя көтмәгән, ауырыу-һыҙлау күрмәгән, үлем барын белмәгән, һунарға ат менмәгән, ҡулға һаҙаҡ тотмаған», «менәренә - арыҫланы», «сөйәренә — шоңҡары» булған мифологик заман аръяғы бәндәләрҙең ҡырағай дәүерҙәрен аңлатмаймы ни?
Һыуһынға ҡан әсеүҙе
«бик борондан булғанмы,
Йәнбирҙе үҙе ҡылғанмы,
бара-бара шул ерҙә
йола булып киткәнме»
тип, йола менән ваҡытты бергә ҡуйып хәтерләүе, үрҙә әйткән мифологик ваҡыттың йола аша сағылған моделе булмай ни булһын. Билдәһеҙ ваҡыт менән билдәһеҙ йола тәңгәллегә күренеше лә был. Бик-бик архаик заман.
Архаик мифологик ваҡыт төшөнсәһе, рус ғалимы М. Бахтин билдәләүенсә, абсолют үткәндең меңәр-меңәр йылдар менән иҫәпләнер эпик дистанцияһы характерындағы милли риүәйәт-эпос формаһы ул.
Ҡырағай шарттарға яйлашып кешеләр тереклек итә бара йыл миҙгелдәрен ныҡ айыра һәм уларҙы ҡаршыларға, күрергә әҙерләнә башлай: миҙгелдәр төшөнсәһе тыуа («Үҙ миҙгеле еткәндә, көҙгө ҡырау төшкәндә», «йәй миҙгеле уҙғансы», ҡыш бауыры еткәнсе һ.б.). Бик боронғо кешеләр бала сағын, йәшлеген, ир етеүен, ҡартлығын кисереп ваҡыт төшөнсәһен үҙ ғүмере менән дә киңәйтә, уға вағыраҡ үлсәмдәрең, исемдәрен таба.
«Урал батыр»ҙа мең йәшәр үлемһеҙ ҡарт йөҙөндә һәм уның әйткән һүҙендә быуын-быуын йәшәгән һәм алышынған кешеләрҙе күргән, төрлө осорҙарҙы кисергән баҡый ғүмерендә ваҡыт төшөнсәһенә быуын-быуындар, осор-осорҙар сылбыры ингәнлеген дә төшөнәбеҙ:
...Бик күп быуын күрҙем мин,
бик күп ерҙә булдым мин»,
«Бала — атаһын белмәгән,
ата балам тимәгән
осорҙо ла күрҙем мин»,
«Кешеләр бергә тупланып,
үҙ араһы йопланып,
көслө ырыуҙар көсһөҙҙө
талауын да күрҙем мин»,
«Йылан, дейеү, батшалар
кеше затын эҙәрләп, ...
ҡайһыһын ҡол иттереп,
ил өҫтөндә түш киреп,
кешеләрҙе буҫығытып,
ҡан илатҡан осорҙа
егет булып үҫтем мин...
«Ай үҫәһен көн үҫкән», «ай киткән, ти, йыл киткән, ти», «ай айҡашҡан, ти, йыл айҡашҡан ти», — тибында әкиәттәрҙә ҡалыплашҡан әкиәти ваҡыт берәмектәре лә сағылып ҡала эпоста. Тимәк, унда әкиәт персонаждарынан тыш (йылан, дейеү һ. б.) әкиәт поэтикаһынан килгән үҙенсәлектәр ҙә бар. Тимәк, «Урал батыр» эпик ҡобайыры тылсымлы һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәр поэтикаһынан әкиәти ваҡыт төшөнсәһен дә ижади үҙләштерә һәм үҙ поэтик туҡымаһына һеңдерә. Ул инде хәҙер мифологик ваҡыт элементы.
Эпостағы ваҡиғаларҙың ҡасан булғанлығын аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки миҫалдарҙан күренеүенсә әҫәрҙә тормош ярала башлаған дәүер һүрәтләнә. Кешеләр айырым төркөм, ырыуҙар булып, ҡырағай йәнлектәргә һунар итеп көн күрәләр, кешеләрҙең әле йорт хайуандарын белмәгәнлектәре күренә. Дөйөмләштереп әйткәндә, эпос күп йәһәттән боронғо дәүерҙә үк формалашҡан һәм оҙайлы осорҙар кисереп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.
II БҮЛЕК “АҠБУҘАТ” ЭПОСЫ
“Аҡбуҙат” эпосы “Урал батыр” эпосының логик дауамы булып тора. Әҫәрҙә ижтимағи үҫештең иң боронғо дәүерҙәре өсөн хас булған мотивтар (һунарҙа алынған табыш (трофей) өсөн көрәш, кәләш эҙләп, ҡыҙ күҙләп һыу аҫты донъяһына төшөү, ғаилә ҡороу, хосуси милек тыуыу) күрәләтә һуңғы осорҙар емеше булған күренештәр менән бермә-бер үрелеп бара. Унда төп герой — Һәүбән Урал батыр һәм уның улдары тормошҡа ашырып өлгөрмәгән эштәрҙе үтәй: яуыз дейеүҙәрҙең, аждаһаларҙың һыу аҫты донъяһын һәм уларҙың батшаһы Шүлгәнде тар-мар итә. Бында Һәүбән батырҙың героик эше фантастика менән реаллектең бик оҫта ҡушылышы планында тасуир ителә. Әҫәрҙең мөһим бер үҙенсәлеге шунда ла: һүрәтләнгән ваҡиғалар икеһе ике осорға ҡараған үҙ аллы ике сюжеттың бергә органик ҡушылышы планында бара. Шул сәбәпле эпик геройҙың көрәше лә ике йүнәлештә күрһәтелә. Урал батырҙың, дейеүҙәр тарафынан урланған Аҡбуҙатын, тылсымлы алмас ҡылысын алыу өсөн, Һәүбәндең һыу аҫты батшалығына сәйәхәте, Шүлгән батша ҡыҙы Нәркәсте осратыуы, Аҡбуҙат менән алмас ҡылысты ҡулға төшөргәндән һуң Шүлгән батшалығын тар-мар итеүе, ендәрҙе ярғанаттарға әүерелдереүе, урлап килтерелгән ер ҡыҙҙарын геройҙың азат итеүе, кешеләргә күл төбөнән йылҡылар сығарып биреүе, Аҡбуҙат өсөн дейеүҙәрҙән ҡаяны тиштереп һарай эшләтеүе һәм Нәркәсте кәләшлеккә алып ҡайтыуы әҫәрҙең мифологияға һәм фантастикаға нигеҙләнеп тыуған боронғо сюжет һыҙығын тәшкил итә. Күп кенә төрки-монгол халыҡтарының эпостарында кәләш эҙләү һәм ғаилә ҡороу өсөн көрәш эпик геройҙың һунар итеүе һәм унда ҡыҙға, ә инде боронғо сюжеттарҙа хатта өйрәк һүрәтенә ингән ҡыҙға, тап булыуын һүрәтләүҙән башлана. Ошондай күренеште беҙ «Аҡбуҙат» эпосында күрәбеҙ. Был мотив тәүтормош (община-ырыу) ҡоролошоноң емерелә башлау осорон сағылдыра, ырыу ҡоролошо тыйылған булған.
Әҫәрҙең икенсе сюжет һыҙығы феодал мөнәсәбәттәрҙең башланыу, синфи айырымлыҡтарҙың көсәйеү осорона тура килә. Унда Һәүбән батырҙың халыҡты иҙеүсе яуыз Мәсем ханға һәм уның бейҙәренә ҡаршы көрәше һүрәтләнә. Эпик батыр залим ханды юҡ итеп кенә ҡалмай, ә хан бойороғо менән ҡанаттары ҡырҡылған Һомай ҡошто (Урал батыр һәләк булғандан һуң, уның ҡатыны мәңгегә Һомай исемле аҡҡош булып ҡалған була), диңгеҙ артындағы батшалыҡҡа ҡоллоҡҡа һатылған ете батырҙы ҡотҡара һәм уларҙы ете ырыуға баш итеп ҡуя. Әҫәрҙә икенсе сюжет һыҙығы үҫешендә реалистик һүрәтләү фантастик һүрәтләүҙән өҫтөнөрәк тора. Ике сюжеттың бергә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ике осор идеяһы үрелеп китә.
“Аҡбуҙат”ты иғтибар менән тикшереп ҡараһаң, уның нигеҙендә реаль тормош ваҡиғалары, башҡорт халҡының боронғо аң-ҡарашы, ыҙан-йолалары, киләсәк тормошҡа булған яҡты хыялдары, матурлыҡты, батырлыҡты аңлау ҡеүәһе ятҡанлығын күреү ҡыйын түгел. Мәҫәлән, әҫәрҙә башҡорттарҙың малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн иткәнлеге сағылған. Шулай уҡ был осорҙа феодаль мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы ғына тамыр йәйгәнлеге, йәмғиәттә синфи айырымлыҡтарҙың көсәйгәнлеге шаҡтай асыҡ күренә.
Шулай уҡ был әҫәрҙә лә конкрет ҡына ҡайһы ваҡытта барғанлығын әйтеп булмай. Борон-борон заманда, көндәрҙән бер көндө һүҙҙәре күп осрай.
Эпоста Һәүбәндең етем булыуы һүрәтләнә. Ул Тарауыл ҡартҡа әсәһенең нисек үлеп ҡалыуы тураһында һөйләй: “Атайым үлгәс, уның етеһен, ҡырҡын уҡытырға бер нәмәһе лә булмағас, әсәйем зарланып, ил араһына эҙләнеп сығып киткән, шул китеүҙән ҡайтмай ғәйеп булған, тип һөйләйҙәр”. Кеше үлгәндән һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү йолаһы башҡорттарға ислам дине аша ингән. Ә башҡорттарға ислам дине IX быуаттарҙа ингән, ә дин булараҡ ул XIV быуаттарҙа ҡабул ителгән. Шулай булғас, эпостың тап шул быуаттарҙа тыуыуы мөмкин тип әйтергә була.
Ваҡыт арауығы “Урал батыр” эпосындағы кеүек күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә. Мәҫәлән, “Шунан улар икәүләп һыу батшаһына китергә булғандар . Нәркәс күҙ йоморға ҡушҡан. Һәүбән күҙен йомған. Күҙен асырға ҡушҡан. Һәүбән күҙен асһа, ҡыҙҙың алтын һарайында тора, ти, был.”, “Битенә ҡояш төшкәнгә һиҫкәнеп китеп, күҙен асып ҡараһа, алдында Нәркәс тә, һарайҙар ҙа, юҡ, ти.”, “Һәүбән шунан ҡарсыҡты, күҙ асып күҙ йомғансы, майҙан була торған ауылға алып барып ташлаған да атын ебәргән.”
Ғөмүмән, ике әҫәрҙә лә ваҡыттың аныҡ ҡына ҡасан барғанлығын билдәләп булмай, сөнки был әҫәрҙәр ҙә иң боронғо дәүер сатҡылары ғына сағылып ҡала, ә инде ваҡыт арауығы күҙ асып йомған арала хәрәкәт итә. Шулай ҙа шуны әйтергә кәрәк: кеше үлгәндән һуң өсөн, етеһен, ҡырҡын үткәреү йолаһы башҡорттарға ислам дине аша ингән. Ә башҡорттарға ислам дине IX быуаттарҙа ингән, ә дин булараҡ ул XIV быуаттарҙа ҡабул ителгән. Шулай булғас, эпостағы ваҡиғалар бәлки тап шул быуаттарҙа барғандыр
Йомғаҡлау
Эпос – башҡорт халҡы тормошон киң масштабта монументаль образдар аша һүрәтләүсе, халыҡтың уй-тойғоларын, ҡараштарын, йолаларын, көнкүрешен тәрән яҡтыртыусы, ҡатмарлы эволюция этабын үткән боронғо поэтик жанр. Һәр заман, һәр осор йәмғиәт алдына яңы талаптар, бурыстар ҡуя, идеялар күтәрә. Эпос, халыҡтың поэтик йылъяҙмаһы һәм идеологияһы булараҡ, тарихи үҙгәрештәрҙе, феодаль мөнәсәбәттәрҙең урынлашыу процесын сағылдыра, шул осорҙоң идеаль образдарын тыуҙыра, алдынғы идеяларын күтәрә. Эпос үҙ заманының дәһшәтле ваҡиғалар ағышы эҙенән, геройҙары прототиптарының тын алышы тәьҫиренән ижад ителгәндәренән – башҡорт һүҙ сәнғәтендә бик һирәктәрҙең береһе, ә дөйөм төрки масштабында берҙән бере, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ.
I һәм II бүлектәрҙә ваҡыт төшөнсәһенең сағылышы ҡарап кителде. “Урал батыр”,һәм “Аҡбуҙат” эпосындағы ваҡиғаларҙың ҡайһы дәүерҙә һәм ваҡытта барғанлығын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Мәҫәлән, сей ит ашау, һыуһынға ҡан эсеү, әҙәм аяғы баҫмаған ерҙә көн итеү, эпостың тормош ярала башлаған ваҡытта барғанлығы тураһында һөйләй. Ғөмүмән “Урал батыр”, һәм “Аҡбуҙат” эпостары боронғо заманды, йәғни тормош ярала башлаған дәүерҙе сағылдыра.
Ысынлап та, башҡорт халҡының тарихын, рухи мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеүҙә эпик ҡомартҡыларҙың әһәмиәте ҙур. Халыҡтың зиһене, аҡылы менән ижад ителгән башҡорт эпосын өйрәнеү һәм пропагандалау халҡыбыҙҙың һынлы сәнғәтен, әҙәбиәтен, хореография һәм музыка сәнғәтен үҫтереү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам шишмәһе, йәштәрҙе илһөйәрлек, гуманистик рухта тәрбиәләүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе буласаҡ.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
Башҡорт халыҡ ижады. 1 – се китап. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М. М. – Өфө: БКН, 1972. – 342 бит.
Башҡорт халыҡ ижады. 2 – се китап. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М. М. – Өфө: БКН, 1973. – 368 бит.
Башҡорт халыҡ ижады. 8 – се том. Эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар. / Төҙ. Сөләймәнов Ә. М., Хөсәйенов Ғ. Б., Галин С. Ә., Бикбаев Р. Т. – Өфө: БКН, 2006. – 492 бит.
Башҡорт халыҡ ижады. 4 – се том. Эпос. / Төҙ. Сәғитов М.М., Байымов Б.С. – Өфө: БКН, 1999. – 400 бит.
Башҡорт халыҡ ижады. 6 - сы том. Эпос: ҡиссалар һәм дастандар./ Төҙ. Зарипов Н. Т., Сөләймәнов Ә. М. ,   Хөсәйенов Ғ. Б.  – Өфө: БКН, 2002. – 552 бит.
Башҡорт әҙәбиәте тарихы. I том. Өфө: Китап, 1990. – 301 бит.
Галин С. Ә. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө: Китап, БКН, 1999. – 328 бит.Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Монография. – Өфө: Китап, 1986. – 192 бит.
Солтангәрәева Р.Ә. Рух терәге – ҡобайыр. – Өфө: Китап, 2005. – 208 бит.
10 . Сәғитов М. М. Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре. – Өфө: Китап, 2009. – 280 бит
11.Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы. – Өфө:Китап, 2003. – 480 бит.
12. Әминев З. Г. «Урал батыр» эпосы һәм боронғо башҡорттарҙың Яңы йыл байрамы. // Йәшлек. – 2005. – 22 декабрь.
13. Сөләймәнов Ә. М. Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы. – Өфө: Китап, 2005. – 296 бит.
14. Теория литературы: учеб. пособие для студ. филол. фак. высш. учеб. завед. : в 2 т. / под ред. Тамарченко Н. Д. . – Т.
15. Яңырыу юлында. Әҙәби тәнҡит мәсьәләләре. / Төҙ. Р. Т. Бикбаев. – Өфө: Китап, 1994. – 272 бит.
ТЕЗИС
Секция: Лигвистика
Номинация: башкирская литература
Тема: «Понятие времени в башкирских мифологических эпосах»
(«Урал батыр»и «Аҡбуҙат»)
Автор: Хабибуллина Регина,ученица 6 «А» класса МОУ СОШ №15Советского района городского округа город Уфа
Руководитель: Билалова Фагима Сагитовна, учитель башкирского языка МОУ СОШ № 15 Советского района городского округа город Уфа
Теманың актуаллеге. Халыҡ ижады борон - борондан халыҡтың рухи донъяһында мөһим урынды биләп торған һәм быуындан - быуынға, телдән - телгә изге аманат итеп тапшырыла килгән. Уның аша халыҡ үҙенең тарихы менән танышҡан, ата - бабаларҙан тапшырыла килгән тормош тәжрибәһен һәм әхлаҡ нормаларын үҙләштергән, эстетик зауығын үҫтергән. Бөгөнгө көндә эпостар тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы менән актуаль.Йыл һайын «Урал батыр » эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үткәрелеп килә,шулай уҡ театрҙарҙа сәхнәләштерәләр, йәғни ҡиммәтле эпосыбыҙҙы һаҡлау һәм киләсәк йәш быуынға өйрәтеү йәһәтенән бик күп саралар үткәрелеп торола . Эпостарҙы хәрәкәт иткән ваҡыт күҙлегенән тикшереү шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә.
Теманың маҡсаты һәм бурыстары. Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып, эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙе, фольклористика яңы ҡаҙаныштары күҙлегенән ҡарауҙы маҡсат итеп алдыҡ һәм тикшеренеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
- башҡорт эпостары, уларҙың версия үҙенсәлектәре менән танышыу;
- эпостарҙың ваҡыт төшөнсәләре сағылышын асыҡлау;
- ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеү, һүҙлектәрҙе ҡарап сығыу;
- өҫтәлмә материалдар туплау, йыйылған материалдарҙы төрлө яҡтан тикшереү, уҡыусыларҙа халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. .
Тикшеренеү материалы. Башҡорт халыҡ мифологик эпостары «Урал батыр» һәм«Аҡбуҙат» тикшеренеүҙең төп материалы булып торҙо.
Тикшереүҙең теоретик һәм методологик нигеҙҙәре.
Күтәрелгән проблеманы хәл итеүҙә ғалимдарыбыҙ , Мөхтәр Сәғитов, Розалия Солтангәрәева, Ғайса Хөсәйенов, Салауат Ғәлләмов, Салауат Галин, Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхәммәтша Буранғолов хеҙмәттәре ҡулланылды, һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан тиҫтәләгән монографиялар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары, төрлө фәнни-ғәмәли конференция материалдары ярҙам итте.
Тикшеренеү эшенең структураһы. Тикшеренеү эше 2 бүлектән тора. Беренсе бүлектә “Урал батыр” эпосында, икенсе бүлектә “Аҡбуҙат” эпосында ваҡыт төшөнсәһе ҡаралды.
I һәм II бүлектәрҙә ваҡыт төшөнсәһенең сағылышы ҡарап кителде. “Урал батыр”,һәм “Аҡбуҙат” эпосындағы ваҡиғаларҙың ҡайһы дәүерҙә һәм ваҡытта барғанлығын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Мәҫәлән, сей ит ашау, һыуһынға ҡан эсеү, әҙәм аяғы баҫмаған ерҙә көн итеү, эпостың тормош ярала башлаған ваҡытта барғанлығы тураһында һөйләй. Ғөмүмән “Урал батыр”, һәм “Аҡбуҙат” эпостары боронғо заманды, йәғни тормош ярала башлаған дәүерҙе сағылдыра.
Ысынлап та, башҡорт халҡының тарихын, рухи мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеүҙә эпик ҡомартҡыларҙың әһәмиәте ҙур. Халыҡтың зиһене, аҡылы менән ижад ителгән башҡорт эпосын өйрәнеү һәм пропагандалау халҡыбыҙҙың һынлы сәнғәтен, әҙәбиәтен, хореография һәм музыка сәнғәтен үҫтереү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам шишмәһе, йәштәрҙе илһөйәрлек, гуманистик рухта тәрбиәләүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе буласаҡ.

Приложенные файлы

  • docx 14817487
    Размер файла: 63 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий